3 декабрь, Шәмбе

21 ноябрь 2013 йыл, 10:17

«Шүлгәнташ сере» фильм-әкиәтен төшөрәләр

автор: Сергей Захаров

Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителгән 2014 йыл башында «Шүлгәнташ сере» фильм-әкиәтенең презентацияһы уҙасаҡ. Уны төшөрөүгә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалына республика Президенты гранты бүленгәйне.

Телекомпанияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, проект өҫтөндә иң яҡшы ижади көстәр эшләне: режиссерҙар Рөстәм Аҙнабаев һәм Ләйсән Солтанғолова, оператор-ҡуйыусы Урал Ғатауллин, сценарий төҙөүсе Гөлназ Ҡолһарина, рәссамдар Арыҫлан Бикбаев һәм Альбина Шәһретдинова, тауыш режиссеры Людмила Романова.

Фильмда бәләкәй актерҙар Наҙгөл, Рөстәм, Данирҙан тыш, Ташбулат бабай ролендә сәхнә мэтры  Салауат драмтеатры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Зыязетдинов ҡатнашты.

Тәбиғи шарттарҙа төшөрөүҙәр Бөрйән районының «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы территорияһында барҙы. Костюмдарҙы Стәрлетамаҡтан билдәле кейеҙ йәйеү оҫталары Гүзәл Мөхәмәтйәрова менән Вера Мөхәметдинова текте.

«Республиканың үрҙә телгә алынған һәм башҡа халҡы ярҙамында һәм тырышлығында бик тиҙҙән бәләкәй тамашасылар сағыу, мауыҡтырғыс һәм, әлбиттә, изге әкиәт ҡарай аласаҡ», — тип ышаналар Башҡортостан юлдаш телевидениеһында.