3 декабрь, Шәмбе

20 ноябрь 2013 йыл, 17:52

Киләһе йылда «500 ферма» программаһында төбәктең 70-ләгән ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнашасаҡ

автор: Галина Бахшиева

2014 йылда Башҡортостандың һөтсөлөк фермаларын комплекслы яңыртыу буйынса республика маҡсатлы программаһында 70-ләп ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнашырға планлаштыра.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике йылда «500 ферма» программаһын тормошҡа ашырыуҙа 133 һөтсөлөк фермаһы һәм тоҡомсолоҡ буйынса сервис хеҙмәте ойоштороусы 1 предприятие ҡатнашты. Әлеге ваҡытҡа 66 һөтсөлөк фермаһы яңыртылған, 25-е 2014 йылда яңыртылып бөтәсәк.

Фермаларҙы яңыртыуға программала ҡатнашыусылар 3 миллиард һумдан ашыу аҡса һалды, уның 2,3 миллиарды – үҙ аҡсалары, 0,74 миллиарды – банк кредиттары. Дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 600 миллион һумдан ашыуыраҡ, тип билдәләнеләр аграр ведомствола.

— «500 ферма» программаһы – ул малсылыҡ биналары төҙөү-монтажлау ғына түгел, — тип билдәләне Стәрлетамаҡ районында үткән малсылыҡ буйынса зона кәңәшмәһендә проект кураторы, Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов. — Ул мал аҙығы базаһы әҙерләү, заманса ҡорамалдар, техника, күп йыллыҡ үләндәр орлоҡтары һатып алыу. Һөҙөмтәлә былар барыһы ла малдың продуктлылығын арттырыуға һәм продукция берәмегенең  үҙҡиммәтен кәметеүгә булышлыҡ итергә тейеш.

Фларис Шәйхетдинов фекеренсә, тупланған тәжрибә проектты тормошҡа ашырыуҙың төп һөҙөмтәһе булып тора. Программала ҡатнашыусылар тарафынан алға китеш, инновацияларҙы һәм яңы технологияларҙы ҡулланыу өсөн платформа булдырылған. Фермаларҙа хәҙер заманса эш урындары булдырыла, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары.