Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә дөйөм туҡланыу һәм сауҙа предприятиеларының вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

Иҡтисад

21 ноябрҙә Өфө мәшғүллек хеҙмәте күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу предприятиелары, шулай уҡ ҡунаҡхана хужалығы һәм ресторандар өсөн сираттағы вакансиялар йәрминкәһен ойоштора.

— Иртәгә үтәсәк йәрминкәлә 25 эш биреүсе ҡатнашырға теләк белдерҙе, улар эш эҙләүселәргә 500 самаһы эш урыны тәҡдим итәсәк. Улар араһында – технолог, икмәк бешереүсе, тауар белгесе, бухгалтер, бухгалтерия иҫәбе буйынса иҡтисадсы, юридик хеҙмәттәр етәкселәре, система администраторы, сәркәтип, пиар-менеджер һәм сауҙа залы администраторы вакансиялары, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө Мәшғүллек үҙәге – йәштәр хеҙмәте биржаһының әйҙәүсе инспекторы Рәмилә Лушникова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.

Йәрминкә Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса сәғәт 10-дан 12-гә тиклем барасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть