7 декабрь, Шаршамбы

20 ноябрь 2013 йыл, 16:44

2014 йылда Өфө бюджеты дефициты 916 миллион һум тәшкил итәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

2014 йылда Өфөнөң килеме 15, 982 миллиард һум тәшкил итергә тейеш, сығымы – 16,898 миллиард һум, дефицит 916 миллион һум буласаҡ. Бындай күҙаллауҙар Өфө ҡала Советының сираттағы ултырышында, 20 ноябрҙә, иғлан ителде. Бюджет проектын баш ҡала хакимиәтенең финанс идаралығы әҙерләгән.

Ултырыш барышында 2014 йылға һәм 2015 -2016 йылдар план осорона бюджет формалаштырыу проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәреү көнө һәм ваҡыты билдәләнде. 2015 һәм 2016 йылдарҙа ҡала кереме 16,755 һәм 17,105 миллиард һумға тиклем артасаҡ тип көтөлә. Дефицит ярайһы уҡ кәмейәсәк: 2015 йылда ул 400 миллион һум тәшкил итергә тейеш, 2016 йылда – 280 миллион һум.

Ҡала бюджеты проекты буйынса асыҡ тыңлауҙарҙа теләүселәрҙең барыһы ла ҡатнаша ала. Был тыңлауҙар традицион булып һанала һәм Өфө халҡы киләһе йылға финанс ресурстарын тотоноу буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә алһын өсөн даими рәүештә йыл аҙағында уҙғарыла. Йыш ҡына тәҡдим ителгән башланғыстар депутаттарҙа хуплау таба, унан һуң бюджет проектына тейешле үҙгәртеүҙәр индерелә.

Шулай уҡ, быйылғы Өфө бюджеты ҡайтанан тикшерелде. Ул Сипайлово биҫтәһендә һыу баҫыуға ҡаршы дамбалар төҙөү, шулай уҡ «Нефтяник» стадионын реконструкциялау һәм башҡа саралар өсөн республика бюджетынан ҡалаға 1,153 миллиард һум күләмендә өҫтәмә аҡса бүлеүгә бәйле булды. Ҡаланың сығымдары ла үҙгәртеләсәк, был дәүләт һәм муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға бәйләнгән.