5 декабрь, Дүшәмбе

20 ноябрь 2013 йыл, 16:22

Дәүләт символикаһы буйынса комиссия составы үҙгәрҙе

автор: Сергей Захаров

Республика башлығы указына ярашлы Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт символикаһы буйынса комиссия составына үҙгәрештәр индерелде.

Уның составына Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Илфат Ғәлләмов, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының идаралыҡ һәм дәүләт хеҙмәте проблемаларын ғилми-тикшереү үҙәге бүлеге начальнигы Николай Евдокимов, Өфө хакимиәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралығы начальнигы Илдар Ибраһимов, Өфө ҡала Советы сәркәтибе Марина Ларина, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының бүлек мөдире Әминә Үзбәкова инде.

Бер үк ваҡытта Р.Т. Бикбаев,  А.В. Клемент, Р.М. Маскулов, А.А. Хисмәтуллин, А.М. Юлдашбаев комиссия составынан сығарылды, тип хәбәр ителә Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәттәр рәсми порталында.