10 декабрь, Шәмбе

20 ноябрь 2013 йыл, 15:47

Баш ҡалала күп функциялы уҡыу комплексы барлыҡҡа киләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфөнөң Инорс-4 биҫтәһендә күп функциялы уҡытыу-тәрбиә комплексы барлыҡҡа киләсәк. Ошо көндәрҙә биҫтә халҡын төҙөлөш проекты менән таныштырҙылар, тип хәбәр иттелләр ҡала хакимиәтенән.

Баш ҡаланың баш архитекторы Илдар Ибраһимов һәм «Башкиргражданпроект» Проект институты ябык акционерҙар йәмғиәте 1-се архитектура оҫтаханаһының төркөм етәксеһе Тәнзилә Дулатова ҡала халҡын яңы уҡыу йорто проекты концепцияһы менән таныштырҙы. Был 1990 урынлыҡ, дөйөм майҙаны 36 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән берҙәм, заманса комплекс буласаҡ. Уның эсендә 345 урынлыҡ балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп, аҙыҡ блогы, урта һәм өлкән йәштәге уҡыусылар өсөн мәктәп, 600 урынлыҡ йыйылыштар залы һәм физкультура-сәләмәтләндереү комплексы урынлашасаҡ. Бер бина эсендә бала эҙмә-эҙ мәктәпкәсә һәм урта дөйөм белем алыу процесы баҫҡыстарын үтә аласаҡ.

— Проект уникаль булып һанала, әлеге ваҡытта Волга буйы федераль округында быға оҡшаш комплекс юҡ, — тип билдәләне Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко. — Проектты тормошҡа ашырыу Калинин районының социаль инфраструктура үҫеше мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк.

Төҙөлөштө 2014 йылда башлап, 2015 йылда тамамларға планлаштыралар. Был белем биреү комплексы, 51-се мәктәп уҡыусыларынан һәм белем биреү учреждениеһы уҡытыусыларынан тыш, биҫтәнең яңы райондарынан балаларҙы ҡабул итәсәк.

Райондың ата-әсәләр берләшмәһе һәм белем биреү учреждениелары етәкселәре үҙҙәренең тәҡдимдәрен индерҙе, улар белем биреү комплексы проектының һуңғы вариантын төҙөүҙә иҫәпкә алынасаҡ, тип ышандырҙы архитекторҙар.

Яңы комплекс ябылған 51-се мәктәпте алмаштырырға тейеш. 2012 йылда был белем биреү учреждениеһында авария хәле тыуа. Тикшереүҙәрҙән һуң бинаны техник сәбәптәр арҡаһында эксплуатациялауға яраҡһыҙ тип табалар. Мәктәп бинаһының иҫке һәм ныҡ туҙған булыуы сәбәпле, уны төҙөкләндереү эше маҡсатһыҙ тип танылған.