7 декабрь, Шаршамбы

20 ноябрь 2013 йыл, 15:07

Дәүләт Думаһында коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү индексын билдәләргә йыйыналар

автор: Людмила Терновая

Дәүләт Думаһында  Башҡортостандан депутат, Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев әҙерләүҙә ҡатнашҡан закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡабул итеүгә әҙерләнелә. «Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексына һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закондар акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» 308873-6-сы федераль закон проекты граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү күләмен үҙгәртеүҙең максималь индекстарын билдәләүҙе күҙ уңында тота.

Павел Качкаев, тәҡдим ителгән үҙгәрештәр түләү дисциплинаһын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, тип аңлатты.