Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Сибай мәктәп уҡыусылары Владимир Жириновский менән осрашты

Сәйәсәт

Сибайҙан бер төркөм уҡыусылар Мәскәүҙә булып ҡайтты, унда «Олимп» халыҡ-ара олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашты.

Сибай уҡыусылары төрлө номинацияларҙа күп призлы урындар яуланы. Рәсми сараларҙан тыш, киңәйтелгән экскурсия программаһы ойошторолдо. Балалар тарихи урындарға, Мәскәү зоопаркына һәм башҡа иҫтәлекле урындарға барҙы.

Бынан тыш, сәфәрҙә балаларҙы ҡарап йөрөтөүсе Сибай ҡала Советы депутаты Виктор Тюрин Дәүләт Думаһына экскурсия ойошторҙо, тип хәбәр иттеләр ҡала Советынан.

Делегация парламенттың бөтә фракцияларында — «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, «Ғәҙел Рәсәй», ЛДПР – булды һәм депутаттарҙың эш шарттары менән танышты. Экскурсия аҙағында уҡыусыларҙы ЛДПР лидеры Владимир Жириновский ҡабул итте. Билдәләнгән биш минут урынына әңгәмәләшеү ярты сәғәткә һуҙылды. Сәйәсмән балаларҙан уларҙың тыуған ҡалалары тураһында һорашты, уҡыуҙағы уңыштары өсөн маҡтаны, файҙалы кәңәштәр бирҙе.

ЛДПР лидеры уҡыусыларға яҡшы уҡыуҙары өсөн аҡсалата премия һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Сибайҙың бәләкәй граждандары уҡыуҙа тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ бөтә бейеклектәрҙе яуларға ярҙам итеүенә тағы бер тапҡыр инанды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть