4 декабрь, Йәкшәмбе

20 ноябрь 2013 йыл, 12:38

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңы телемиҙгел серҙәрен асты

автор: Сергей Захаров | фото: Ульяна Яндыганова

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналы яңы телемиҙгелен презентацияланы. Эфир «йондоҙҙарының» журналистар, түрәләр һәм реклама биреүселәр менән аралашыуы Өфөнөң модалы клубтарының береһендә барҙы.

Яңы «Тарих һөйөүселәр клубы», «ПопКорм», «Физ-ра» проекттарынан тыш, аудиторияға Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ғорурлығы булған программалар: һәр сәғәт һайын башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан яңылыҡтар;  “Сәләм” программаһы; «Телеүҙәк» проекты; «Байыҡ» һәм «Башҡорт йыры» телевизион конкурстары; «Уфимское времечко», «Историческая среда», «История признания»,«Замандаштар», «Бәхетнамә», «Көндәлек» программалары; «Тамыр»ҙың – «Тау- тау хәбәр», «Большой чемодан», «ӘЮЯ ҡаласығы», «Сәнгелдәк» проекттары; спорт ярыштарын күрһәтеү һәм спорт яңылыҡтары – тәҡдим ителде.

Хәҙер эфирға сығарыуға башҡорт телендә яңы сериал әҙерләнә – «Профессор ҡыҙы». Ике мажаралы фильм постпродакшн стадияһында, уларҙың премьераһы 31 декабрҙә һәм 1 ғинуарҙа буласаҡ.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының потенциаль аудиторияһы 6 миллион тамашасынан күберәк. 1 декабрҙән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Орион Экспресс» компанияһы тарафынан ойошторолған Рәсәйҙә беренсе төбәк юлдаш мультиплексына инәсәк. Белгестәр әйтеүенсә, ул каналды «Телекарта» һәм «Континент ТВ» платформаларында күрһәтеү мөмкинлеге бирәсәк.

Белешмә. Өс йыл дауамында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Триколор ТВ-Сибирь» («Оптимум» пакеты) проекты составында ине, 2013 йылдың 1 октябренән «Триколор ТВ» («Супер-Оптимум» пакеты) проектына инде.