8 декабрь, Кесе йома

20 ноябрь 2013 йыл, 12:11

«Алексеевка» совхозында яңы технология буйынса ҡыяр ултырта башланылар

автор: Галина Бахшиева

Өфө районының «Алексеевка» совхозында яңы технология буйынса ҡыяр ултыртыуға тотондолар.

Яңы технологияның үҙенсәлеге шуға ҡайтып ҡала: ҡыяр орлоҡтары элекке йылдарҙағы кеүек махсус кассеттарға түгел, ә индивидуаль кубиктарға ултыртыла. Яңылыҡ үҫентегә тиҙ үҫеү һәм 10-14-се көнөнә үк күсереп ултыртыу өсөн күпкә уңайлыраҡ шарттар булдыра.  

Хужалыҡтың баш агрономы Эльвира Ямалиева әйтеүенсә, быйыл ҡыярға һәр береһе алты гектарҙан торған биш теплица бинаһы бүленгән.

Бөтә биналар алдан әҙерләнгән, стерилизацияланған, һәм әлеге ваҡытҡа бөтә 30 гектарҙа ярашлы микроклимат булдырылған. Һауа температураһы – 24-25 градус йылы, дымлылыҡ — 70-75 процент.

Был миҙгелдә «Карамболь», «Магнит», «Атлет», «Картель» сорттарына өҫтөнлөк бирелде. Өсөнсө тәүлегенә үк улар тәүге шытым бирергә тейеш, һәм ғинуарҙың өсөнсө ун көнлөгөндә совхозда беренсе ҡыяр уңышы алырға планлаштыралар, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.