6 декабрь, Шишәмбе

20 ноябрь 2013 йыл, 11:49

Республикала Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ойошторолдо

автор: Людмила Терновая

Рәсәй Йәмәғәт палатаһы советы ҡарары менән Башҡортостанда өсөнсө саҡырылыш Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ойошторолдо. Ул «Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы тураһында» һәм «Мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә йәмәғәт контроле һәм мәжбүри тотоу урындарындағы кешеләргә ярҙам итеү тураһында»ғы федераль закондарға ярашлы булдырылды.

Беренсе ултырышта комиссия составы ойошторолдо. Рәйесе итеп ҡайтанан Башҡортостандың  «Витязь» Республика диңгеҙ пехотасылары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт ойошмалары Координация советының ҡушма ойоштороусыһы, уның президиумы ағзаһы, 2013 йылдың июленән икенсе саҡырылыш Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһын етәкләүсе Олег Ғәлин һайланды.

Рәсәй Язаға тарттырыуҙы үтәү федераль хеҙмәтенең БР буйынса баш идаралығының холоҡ төҙәтеү учреждениялары менән эшләү буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары итеп «Кеше һәм граждан хоҡуҡтары өсөн» төбәк йәмәғәт ойошмаһының башҡарма директоры Әлмирә Жукова һайланды.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының  мәжбүри тотоу урындары менән эшләү буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары итеп «Батыр» Афған һуғышы инвалидтарының республика ойошмаһы ағзаһы Артур Абдрахманов һайланды.

Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһының яңы составына бөтәһе 21 кеше инде. Былар мәжбүри тотоу урындарында булған шәхестәрҙең законлы мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡларға әҙер булыусы хоҡуҡ яҡлау йүнәлешендәге төрлө йәмәғәт ойошмаларынан кешеләр.