4 декабрь, Йәкшәмбе

20 ноябрь 2013 йыл, 10:56

Өфөлә Ҡаҙағстан бизнесмендары ҡатнашлығында Эшлекле контакттар биржаһы үткәрелә

автор: Эльвира Латипова

16 декабрҙә Өфөлә Ҡаҙағстан Республикаһы бизнесмендары ҡатнашлығында Эшлекле контакттар биржаһы үтәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Һөйләшеүҙәрҙә башҡарма власть органдарының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн яуаплы вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары, банктар һәм Ҡаҙағстандың бер нисә компанияһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Эшлекле контакттар биржаһының төп бурысы – Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан вәкилдәренең конструктив бизнес-һөйләшеүҙәре өсөн уңайлы майҙансыҡ булдырыу, тип билдәләйҙәр «Башҡортостан Республикаһының инфраструктура проекттары» Автономиялы коммерция булмаған ойошмаһында. Бөтә һөйләшеүҙәр шәхси аралашыу форматында уҙасаҡ.

Шул уҡ көндө ойоштороусылар Башҡортостандың таможня, миграция һәм һалым хеҙмәттәре вәкилдәре ҡатнашлығында тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте алып барыу мәсьәләләре буйынса брифинг үткәрергә планлаштыра.

Тулыраҡ мәғлүмәттәр – (347)284-37-27 телефоны буйынса. Һорауҙарҙы шулай уҡ ano@bashkortostan.ru электрон почтаһы аша биреп була.