Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы эмблемаһы раҫланды

Мәҙәниәт

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкселегендә БР-ҙа Мәҙәниәт йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты тематик йылдың эблемаһын раҫланы. Конкурсты республиканың Мәҙәниәт министрлығы уҙғарҙы.

— Комиссия ҡарары менән төрлө форматтарҙа образлылыҡ, асыҡ, сағыу, ыҡсым һәм еңел уҡылыу планында «Эврика Куда пойти учиться» журналы мөхәррире Азат Фәйзиевтың эше иң яҡшыһы тип танылды. Ул йылдың рәсми символикаһы сифатында раҫланды, — тип асыҡланы БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат сәркәтибе Ләйлә Ишморатова.

Ул шулай уҡ, конкурсҡа профессиональ рәссамдарҙан һәм ябай граждандарҙан 50 эш килде, тип өҫтәне. Үҙҙәренең эштәрен йәш рәссамдар ҙа ебәрҙе.

БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова рәйеслегендәге комиссияла З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт кафедраһы мөдире Әмир Мәзитов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, художество-графика факультеты деканы Тәлғәт Мәсәлимов, «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының БР төбәк берләшмәһе рәйесе Хатип Фазылов, «Башҡортостан» гәзитенең художество мөхәррире Нәсих Хәлисов эшләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть