Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.96 ↑

EUR 61.38 ↓

1 март, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Сименс» компанияһы етәкселеге менән осрашты

Иҡтисад

19 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙәге «Сименс» компанияһы («Сименс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) башлығы Дитрих Мёллер һәм электротехника концернының структура подразделениелары директорҙары менән осрашты.

Ҡунаҡҡа мөрәжәғәт итеп, республика башлығы, «республика территорияһында яңы производстволар төҙөү мөмкинлектәре тураһында уйларға кәрәк», тип билдәләне.

— Әйтәйек, яңы предприятиелар төҙөү, ҡайһы бер тармаҡтарҙы, мәҫәлән, радиоэлектрониканы үҫтереүҙә ҡатнашыу тураһында. Беҙҙе тап шул ҡыҙыҡһындыра. Бөгөн баҙарҙа тәҡдимдәр күп тип, яҡшы ҡорамалдар һатып алыу ғына — ул ҡәҙимге юл. Ә бына беҙҙә  предприятиелар урынлаштырыу, билдәле бер производстволар булдырыу — был беҙҙе нығыраҡ йәлеп итә, — тине Башҡортостан Президенты.

— Бына һеҙ картағыҙҙы күрһәттегеҙ, унда Пермь, Екатеринбург билдәләнгән, ә ҡайҙа Өфө йәки Стәрлетамаҡ? Әгәр картағыҙҙа Өфө, Стәрлетамаҡ йәки республиканың башҡа ҡалаһы булһа, беҙҙең мөнәсәбәттәр бөтөнләй икенсе буласаҡ. Беҙгә яңы предприятиелар кәрәк, инвестициялар кәрәк. Беҙҙең өсөн иң мөһиме шул. Беҙ һеҙҙән локомотив та, юғары тиҙлектәге поезд да, юл менеджменты буйынса әҙер ҡарарҙар ҙа һатып ала алмайбыҙ. Беҙ быны эшләй, бергәләп база төҙөй, беҙҙең конструкторҙар бюроһы һәм проект институттары ҡатнашлығында бергәләп проекттар эшләй алабыҙ. Һуңынан инде уртаҡ файҙа алырға, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президентының Рәсәйҙәге «Сименс» компанияһы башлығы менән һөйләшеүе тураһында тулы отчет республика башлығының рәсми сайтында бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть