7 декабрь, Шаршамбы

19 ноябрь 2013 йыл, 17:48

Өфө районы халҡының проблемалары контролгә алынды

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең Өфөләге төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Рәил Әсәҙуллин Өфө районы граждандарын ҡабул итте. Муниципалитет халҡы депутатҡа юлдарҙың насар сифатына, мәктәп хоккей командаһын форма менән тәьмин итеү проблемаһына, медицина ярҙамы ала алмауҙарына һәм урындағы власть яғынан аңлашылмаусанлыҡҡа зарланды.

Чернолес ауылында йәшәүсе ҡатын һөйләүенсә, урындағы йәш хоккейсылар үҙ мәктәп командаһын ойоштора. Ҡумта төҙөү менән бағыусылар ярҙам иткән. Үҫмерҙәр үҙҙәренең оҫталығын күрһәтергә ярыштарға ынтыла, тик экипировка юҡ, уны һатып алыуға 100 мең һум аҡса кәрәк. Муниципалитет бындай аҡса бүлә алмай. Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе был мәсьәләне үҙ контроленә алды.

Ошо уҡ ауылда йәшәүсе ҡатын ҡасаба-ара юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итеүҙе һорап килде. Ауыл биләмәһе буйлап ҡасан яҡшы юлдарҙан йөрөй алырҙар – халыҡ аныҡ ҡына яуап ала алмай. Граждандарҙы ҡабул итеүҙә ҡатнашҡан ауыл советы башлығы документтарҙы рәсмиләштереү процесының оҙаҡҡа һуҙылыуы хаҡында әйтте. Ҡабул итеү барышында асыҡланыуынса, теркәү палатаһына документтар тапшырылған, һәм был муниципалитет, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, юлдар төҙөү һәм ремонтлау буйынса иң яҡшыларҙың береһе булып һанала. Ул саҡта башҡа ауыл биләмәләре ниндәй торошталыр, тигән һорау тыуа.

Депутат ауыл биләмәһе башлығы менән ҡаты һөйләште. Рәил Әсәҙуллин «кешеләрҙе ярһытмаҫҡа, ә халыҡҡа аныҡ даталарҙы әйтергә» талап итте.

— Халыҡ менән бындай мөнәсәбәткә юл ҡуйырға ярамай. Ризаһыҙлыҡты, көсөргәнеште бөтөрөгөҙ, — тип белдерҙе Рәил Әсәҙуллин ауыл биләмәһе башлығына. — Документтар әҙерләнгәнсе ваҡытлыса булһа ла юлдарға ҡырсынташ һибегеҙ.

Төбәк ҡабул итеү бүлмәһе башлығы ошо мәсьәләне хәл итер өсөн юл картаһын төҙөргә ҡушты һәм уны үҙ контроленә алды.

Юл һәм даими һыу баҫыу мәсьәләләре буйынса Ҡыҙылъяр ауылында йәшәүсе ҡатын килгән. Район хакимиәтенә  хат яҙып мөрәжәғәт итеп ҡараған, әммә яуап алмаған. Асыҡланыуынса, уға торлаҡ төҙөлөшөнә бирелгән ер участкаһы баҫыуҙа урынлашҡан, уны даими рәүештә һыу баҫа. Элек участкаларҙан һыуҙы махсус торбалар ярҙамында ситкә ебәрәләр ине. Хәҙер ул яраҡһыҙға әйләнгән, уның торошон бер кем дә күҙәтмәй. Ирегән һыуҙар даими рәүештә ихаталарҙы баҫа, ә урындағы хакимиәт бер ниндәй ҙә сара күрмәй. Юлдар булмауы ғына түгел, ә был кварталда урамдар яҡтыртылмауы ла хәлде ҡатмарлаштыра.

Мөрәжәғәт итеүсенең һүҙҙәре буйынса, урындағы халыҡ үҙҙәре йөрөп документтар юлларға, үҙ аҡсаларын индерергә әҙер, әммә властан аңлау һәм яҡлау тапмай.

Ауыл советы башлығы әйтеүенсә, был урамға асфальт түшәү 2014 йылға планлаштырылған. Торлаҡ төҙөлөшөнә бирелгән ошо «күләүекте» тап урындағы власть бүлгән.

Нөрлөлән хеҙмәт ветераны депутатҡа сифатлы медицина хеҙмәт булмауына зарланды. Уларҙың ауыл биләмәһендә участка дауаханаһын япҡандар, хәҙер пенсионерҙар Дмитриевка дауаханаһына йөрөргә мәжбүр. Нөрлөнән унда тура рейстар юҡ. Икенсе төркөм инвалиды властарға мөрәжәғәт итеп, «Башавтотранс» автобусының йәки шәхси «маршруткаларҙың» маршрутын үҙгәртеп, улар көнөнә ике тапҡыр булһа ла Дмитриевка аша үтһендәр ине, тигән үтенесен белдерҙе. Мәсьәләне хәл итеүҙе район хакимиәте вәкилдәре үҙ өҫтәренә алды.