Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Туғыҙ айҙа төбәктә 168,5 миллиард һум һалым йыйылған

Иҡтисад

2013 йылдың ғинуар-сентябрендә Башҡортостан территорияһындағы бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарға 168,5 миллиард һум һалым һәм һалым органдары һалған башҡа мәжбүри түләүҙәр инде. Был 2012 йылдың ошо уҡ осорҙағы күрһәткесенән 10 процентҡа күберәк, тип хәбәр итте шишәмбе көнө «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе  Марат Вәхитов.

Идаралыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, федераль бюджетҡа 75 313 миллион һум аҡса (бөтә керемдәрҙең 44,7 проценты) күсерелгән, 2012 йылдың ғинуар-сентябрендәгегә ҡарағанда үҫеш 12,8 процент.

Башҡортостан Республикаһының тупланма бюджетына 70 471 миллион һум ингән, үҫеш —  6,6 процент. Шуның 54 461 миллион һумы республика бюджетына (плюс 4,3 процент) ингән, 16 010 миллион һумы — урындағы бюджеттарға (плюс 15,3 процент).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть