4 декабрь, Йәкшәмбе

19 ноябрь 2013 йыл, 15:22

Республиканың Президент шыршыһында 780 бала ҡатнашасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Быйыл 23 декабрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайында (элекке «Юбилей» Мәҙәниәт һарайы) үтәсәк Өфөләге Президент шыршыһына бөтә республиканан 780 бала саҡырылған. Унда һәр йылдағыса уҡыу алдынғылары, мәктәп олимпиадалары, бөтә Рәсәй һәм төбәк фестивалдәре, конкурстар, спорт ярыштары еңеүселәре ҡатнашасаҡ. Байрам ҡунаҡтары араһында – күп балалы һәм әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, шулай уҡ  хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары.

— Алыҫ урынлашҡан 38 район һәм ҡалаларҙан делегация баш ҡалаға 22 декабрҙә киләсәк. Улар «Салют» балаларҙы сәләмәтләндереү шифаханаһында урынлаштырыласаҡ. Балалар өсөн танышыу кисәһе һәм яңы йыл дискотекаһы ойоштороласаҡ, — тип хәбәр итте БР Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Мәрүә Ғилметдинова. — Бөтә балалар ҙа бүләктәр – йомшаҡ уйынсыҡтар, татлы ашамлыҡтар һәм Зәйнәб Биишеваның «Һөнәрсе менән өйрәнсек» китабын – аласаҡ.

Быйыл республиканың бәләкәс граждандарына «Яңы йыл музейы» музыкаль спектакль-әкиәтен күрһәтәсәктәр.

БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, тамашаның режисер-ҡуйыусыһы Илшат Фәхертдинов. Сценарий авторы – Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире Владимир Аношкин.

Ҡыш бабайҙың нисек Яңы йыл музейы төҙөүе һәм үҙе шунда юғалыуы, кем уны ҡотҡарыуы, терелгән мумиялар тураһында тарихты Башҡорт драма театры, ҡурсаҡ театры һәм Милли йәштәр театры актерҙары күрһәтәсәк.

Бынан тыш, ҡунаҡтарҙы Йәштәр һарайы фойеһында традицион программа көтә, унда улар әйлән-бәйлән уйнаясаҡ, йырлаясаҡ, күңелле конкурстарҙа һәм викториналарҙа ҡатнашасаҡ.