5 декабрь, Дүшәмбе

19 ноябрь 2013 йыл, 14:16

Благовар районында фольклор байрамы һәм башҡорт һылыуҡайҙары конкурсы үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

Благовар районының Һарайлы ауылында район «Тылсымлы һандыҡ» фольклор байрамы һәм «Һылыуҡай-2013» башҡорт һылыуҙарының балалар конкурсы үтте. Саралар халыҡ мәҙәниәтенең иң яҡшы традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, үҫеп килгән быуынға фольклор байрамы нигеҙҙәрен өйрәтеүгә, Благовар районында йәшәүсе халыҡтарҙың йолаларын тергеҙеүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Сараны ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

«Һылыуҡай-2013» конкурсында ҡатнашыусы йәш сибәркәйҙәр башҡорт телендә һөйләшеү, башҡорт халҡының йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен белеү оҫталыҡтарын күрһәтте. Конкурста ҡатнашыусы һәр бер ҡыҙ ижади һәләттәрен һәм артислығын күрһәтте, визитка әҙерләне.

«Һарайлы» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре «Тылсымлы һандыҡ» фольклор байрамының «Урындағы ғөрөф-ғәҙәттәр нигеҙендә үҙенсәлекле йола» номинацияһында театрлаштырылған «Ямғыр саҡырыу» башҡорт милли йолаһын күрһәтте.

Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге Башҡортостандың Рәсәй составына үҙ ирке менән ҡушылыуының рухи ҡомартҡыһы булып һанала. Тарихсылар Ҡәнзәфәр бейҙе Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыу тураһында һөйләшеүҙәрҙе башлаусы төп башҡорт парламентарийы тип таный.