9 декабрь, Йома

19 ноябрь 2013 йыл, 13:27

Республиканың ике баҫмаһы «Санат-2013» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды

автор: Арина Рәхимҡолова

Ике республика баҫмаһы «Санат-2013» Бөтә Рәсәй асыҡ матбуғат профессиональ конкурсы лауреаты булды. «Республика Башкортостан» һәм «Молодежная газета» мөхәрририәттәре үҙ эштәренә шундай юғары баһа алды.

«Республики Башкортостан» гәзитенең баш мөхәрире Эльза Хорева һөйләүенсә, коллектив конкурста беренсе тапҡыр ҡатнашҡан һәм юғары һөҙөмтәгә өлгәшеренә иҫәп тә тотмаған. «Беренсе биттең иң яҡшы дизайны өсөн» номинацияһында  лауреат дипломы — был бөтә редакцияның һәм бигерәк тә гәзиттең тышҡы “йөҙө” өсөн яуап биргән редактор урынбаҫары Владимир Огородниковтың хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.

— Беҙ уҡыусыға уңайлы булһын өсөн беренсе биттең дүрт компоненттан торған тотороҡло макетын төҙөнөк. Хәҙер беҙҙең бурыс — ҡалған полосалар өсөн дә шундай уҡ даими макет төҙөү, — тип аңлата Эльза Хорева.

Конкурста ҙур федераль баҫмалар ҡатнашты, шуға күрә лә лауреат исеме бик абруйлы.

— Беренсе бит өҫтөндә бөтә коллектив эшләй, ләкин башҡарыу —художество редакторы Руслан Солтановтың ҡаҙанышы. Әлегә тиклем гәзиттең тышҡы йөҙө өҫтөндә эшләгән Дмитрий Файзуллинды ла билдәләп китер инем. Киләһе йыл яңынан иң яҡшы исеме алыу өсөн көрәшербеҙ, тип уйлайым, — ти «Молодежная газета»ның баш мөхәррире Ярослава Голобородько.

«Санат» асыҡ матбуғат профессиональ конкурсы йыл һайын үткәрелә. Быйыл Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстандың 33 гәзит типографияһы үҙ эштәрен ебәргән. Ойоштороу комитеты һәм Рәсәй Дизайнерҙар союзы был миҙгелдә беренсе тапҡып полиграфик дисциплиналар араһында «Беренсе биттең иң яҡшы дизайны» номинацияһын индерә, ул Рәсәйҙең 15 гәзитен йыя.