8 декабрь, Кесе йома

19 ноябрь 2013 йыл, 12:45

Белоретта 24 фатирҙа 817 мигрант теркәлгән булған

автор: Ольга Мортазина

Белоретта прокурор тикшереүе 24 «резина» фатирҙы асыҡланы, уларҙа 817 сит ил кешеһе теркәлгән булған. Хоҡуҡ һаҡлау ведомствоһы миграция хеҙмәтенең территориаль бүлеге эшмәкәрлеген тикшергән саҡта был сит ил граждандарының күрһәтелгән адрес буйынса йәшәмәүҙәрен асыҡланы, ә ҡайһы берәүҙәре бер ҡасан да ҡалаға килмәгән. Янған йәки йәшәргә яраҡһыҙ биналарҙа мигранттарҙы теркәү осраҡтары асыҡланған. Мәҫәлән, инспекторҙарҙың берәүһе аҡсалата бүләк өсөн үҙенең таныштарында 100-ҙән ашыу мигрантты, ә уның коллегаһы сит ил кешеһен үҙ фатирына теркәгән.

Бүлектә сит ил кешеләренең хеҙмәтен законһыҙ йәлеп иткән өсөн вазифалы йәки юридик шәхестәрҙе административ яуаплылыҡтан ҡотҡарыу тәжрибәһе яйға һалынған. Штрафтарҙы юридик шәхестәргә һалыу урынына физик шәхестәргә һалғандар. Мәҫәлән, бер миллион һумдан ашыу штраф һалынырға тейешле административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында 35 протокол төҙөлмәгән, тип хәбәр иттеләр БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.

Ведомство ялған докуметтар яһау һәм законһыҙ миграция ойоштороу факттары буйынса дүрт тикшереү үткәргән. Хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы бөтөрөү маҡсатында Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигына күрһәтмә ебәрелгән, тип хәбәр иттеләр республика прокуратураһынан.