6 декабрь, Шишәмбе

19 ноябрь 2013 йыл, 12:12

Мәскәүҙә Башҡортостан, Мордовия һәм Һамар яҡташтарының кисәһе үтте

автор: Әлим Фәйезов

Үткән йәкшәмбе Мәскәүҙең «Конгресс-үҙәк» Мәҙәниәт һарайында «Сикһеҙ дуҫлыҡ» тип аталған ҙур концерт уҙҙы. Ул Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды һәм бер юлы өс Мәскәү яҡташтар ойошмаһы – Башҡортостан, Мордовия һәм Һамар өлкәһе – тарафынан ойошторолдо. Программаны  «Мордва яҡташтары»  төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты ректоры Виктор Гришин асты. Берләштерелгән концерт программаһында Рәсәйҙең өс төбәгенән профессиональ артистар һәм художество үҙешмәкәрлек коллективтары – Мәскәүҙәге «Алтын ай» башҡорт бейеү коллективы, «Саптар» ҡурайсылар ансамбле, «Мордовочка» фольклор коллективы, Дәүләт академия симфония капеллаһы солистары, Мәскәү эргәһенән «Бояраваня» мордва хоры, «Добры молодцы» төркөмө солисы Георгий Мещариков – сығыш яһаны. Концерт илдең өс төбәгенән – сығышы менән Башҡортостан, Мордовия һәм Һамар өлкәһенән – 700-ҙән ашыу тамашасыны йыйҙы. Концертта ҡатнашыусы яҡташтар ағзалары Мәскәүҙә берлектәге милли-мәҙәни акциялар үткәреү тәжрибәһен артабан да дауам итергә ҡарар иттеләр, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова.