8 декабрь, Кесе йома

19 ноябрь 2013 йыл, 11:18

Инвесторҙаға өҫтәмә ташлама яһаласаҡ

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Хөкүмәте республика парламентына һалымдар тураһында айырым закондар сығарыу акттарына төҙәтмәләр индерҙе.

Яңы закон проекты менән 2014 йылдың 1 ғинуарынан алып инвесторҙарға өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары билдәләргә – капитал һалыуҙар буйынса талапты 100 миллион һумдан 30 миллионға тиклем төшөрөргә, шулай уҡ табышҡа һалым буйынса иң түбән ставка (13,5 процент) билдәләргә һәм инвесторҙы ойошмалар мөлкәтенә һалым түләүҙән азат итергә тәҡдим ителә.

Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, «был закондар сығарыу яңылығы республиканың Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереү йәһәтенән урта сроклы комплекслы программаларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән».

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, «закон проектын ҡабул итеү муниципалитеттарҙың инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген күтәрәсәк һәм һөҙөмтәлә өҫтәмә эш урындары булдырыласаҡ, урындағы халыҡтың эш менән тәьмин ителеүе һәм килеме артасаҡ», тип хәбәр ителә республика Хөкүмәтенең рәсми сайтында.