3 декабрь, Шәмбе

19 ноябрь 2013 йыл, 9:49

Башҡортостан делегацияһы «Донъяны үҙгәртеүсе ҡатын-ҡыҙҙар» халыҡ-ара форумында ҡатнашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова етәкселегендә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары делегацияһы Санкт-Петербургта үткән «Донъяны үҙгәртеүсе ҡатын-ҡыҙҙар» ХХ Халыҡ-ара конференцияһында төбәк исеменән ҡатнашты. Форум эшендә Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары Людмила Швецова, РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец ҡатнашты.

Бөтә донъянан — Швециянан Көньяҡ Африка Республикаһына, Великобританиянан Австралияға тиклем һәм Рәсәйҙең 37 төбәгенән ете йөҙҙән ашыу гүзәл ханымдар вәкилдәре төрлө дискриминация формаларына юл ҡуймау, дәүләт һәм йәмәғәт тормошоноң бөтә өлкәләрендә гендер тигеҙлеге өсөн шарттар булдырыу проблемаларын тикшерҙе.

Финляндияның экс-президенты Тарья Халонен ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтә донъя процестарына йоғонтоһо тураһында һөйләне һәм ғаилә мәсьәләләренә ентекле туҡталды. Уның фекеренсә, ирҙәр йорт эштәрендә һәм бала тәрбиәләүҙә әүҙемерәк ҡатнаша ала. Ул бөтә донъя ҡатын-ҡыҙҙарын берләшергә саҡырҙы.  

Ҡырғыҙстандың экс-президенты Роза Отунбаеба, ҡырғыҙ ваҡиғалары ваҡытында ҡан ҡойошто туҡтатыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар төп роль уйнаны, тип билдәләне. Бөгөн улар ил Хөкүмәтендә ҙур вазифалар биләй һәм республика Парламентында 23 процент тәшкил итә.

Намибиянан делегация айырыуса ғәжәпләндерҙе, унда гендер тигеҙлеге тураһында закон ҡабул ителгән, ул властың бөтә кимәлдәрендә ҡатын-ҡыҙҙар вәкилдәрен 50 процентҡа еткереүҙе  күҙ уңында тота.

Рәшиҙә Солтанова әйтеүенсә, бөтә сығыштарҙа, ҡатын-ҡыҙҙар үҙ мөмкинлектәрен һәм өҫтөнлөктәрен файҙаланырға, алға барырға, үҙ әхирәттәрен яҡларға тейеш, тигән төп фекер яңғыраны.