9 декабрь, Йома

18 ноябрь 2013 йыл, 17:57

Өфөлөләр опера һәм балет шедеврҙарын ҙур экранда күрә аласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Донъяның иң яҡшы опера һәм балет спектаклдәрен  Өфөнөң «Родина» кинотеатры экрандарында күрһәтәсәктәр. Фильмдарҙы күрһәтеү 19 ноябрҙән 31 декабргә тиклем «Донъя шедеврҙары ҙур экранда» программаһы сиктәрендә уҙасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект «Родина» кинотеатры инициативаһы менән башланды. Август-сентябрҙә меломандар «Тщетная предосторожность», «Спящая красавица» һәм «Лебединое озеро» балеттарын, шулай уҡ «Орфей», «Веселая вдова», «Отелло» операларын ҡараны.

Быныһында тамашасыларға «Дон Кихот», «Сильфида», «Щелкунчик 3D» балеттары, «Сказки Гофмана», «Турандот», «Бал-маскарад», «Сицилийская вечерня» опералары тәҡдим ителәсәк, тип аңлаттылар БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.