Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктең оборона предприятиеларында иҫкергән ҡоралдарҙы утилләштереү бара

Йәмғиәт

Йыл аҙағына тиклем Үҙәк хәрби округы 80 мең тоннанан ашыу иҫкергән һуғыш ҡоралдарын һәм дарыны утилләштерәсәк.

40 мең тонна самаһы арсеналдарҙың производство ҡеүәттәрендә эшкәртеләсәк һәм 30 мең тоннанан күберәге – Дәүләт оборона заказы сиктәрендә контракт буйынса Башҡортостанда, Марий Иле Республикаһында, Сведловск өлкәһендә урынлашҡан оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларында, тип хәбәр иттеләр Үҙәк хәрби округының матбуғат хеҙмәтенән.

Һуғыш кәрәк-яраҡтарын утилләштереүҙең тулы циклын махсус цех эшселәре башҡарасаҡ, унда хәрби хеҙмәткәрҙәр ҡатнашмаясаҡ, тип аңлаттылар. Бөтә процесты округтың ракета-артиллерия ҡоралдары хеҙмәте белгестәре күҙәтә.

Утилләштереү продукттары металлургия һәм химия сәнәғәтенә йүнәлтелә, ҡулланыу табылмаған дары яндырыла. Әлеге ваҡытҡа утилләштереүҙең йыллыҡ планы 99 проценттан күберәккә үтәлгән. Бөтә эштәрҙе 30 ноябргә тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть