9 декабрь, Йома

18 ноябрь 2013 йыл, 17:38

«Йәш ғаилә-2013» республика конкурсының финалы Нефтекамала үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

2013 йылда республиканың Иң яҡшы йәш ғаиләһен 22 ноябрҙә иғлан итәсәктәр. Конкурс финалы Нефтекама ҡалаһының Йәштәр һарайында үтәсәк.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында аңлатыуҙарынса, төп бүләккә 22 ғаиләнән тик етәүһе генә көс һынашасаҡ. Улар иҫәбендә Стәрлетамаҡ районынан Насыровтар, Нефтекаманан Дәүләтшиндар, Ишембайҙан Слеповтар, Өфө районынан Әҙеһәмовтар, Өфөнән Потехиндар, Дүртөйлө районынан Исламғәлиевтар, Борай районынан Исламовтар.

Ғаиләләргә үҙҙәренең балалары менән «Визитка», «Мин — буласаҡ йондоҙ!», «Үткәнде иҫләйбеҙ, киләсәкте төҙөйбөҙ!» номинацияларында ижади һынауҙар аша үтергә кәрәк буласаҡ.

Еңеүселәр һәм призерҙар йәштәр-спорт ведомствоһы дипломдары һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнәсәк.

Сара 13 сәғәттә башлана.

Белешмә. «Йәш ғаилә» конкурсы республикала 1998 йылда ойошторолдо һәм шунан алып йыл һайын уҙғарыла. Ярыш шарттары буйынса унда биш йәштән ун дүрт йәшкә тиклемге балалары менән ғаиләләр ҡатнаша. Ир менән ҡатындың йәше 35 йәштән ашмаҫҡа тейеш.