11 декабрь, Йәкшәмбе

18 ноябрь 2013 йыл, 17:31

«Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсында Башҡортостан иҫәбендә – 35 лауреат дипломы

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан предприятиеларының 35 продукция һәм хеҙмәтләндереү төрө 2013 йылда «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» бөтә Рәсәй конкурсында лауреат, тағы ла 66-һы дипломант тип танылды. Дипломдарҙы Өфөлә Бөтә донъя сифат көнөнә арналған республика конференцияһында тапшырҙылар.

Башҡортостан Республикаһында Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау дәүләт төбәк үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, федераль турға республиканың 58 предприятиеһы сыҡты – улар йөҙҙән ашыу төр продукция һәм хеҙмәт тәҡдим итте.

«Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция» номинацияһында Башҡортостан предприятиеларына 13 юғары награда тейҙе. Был сегментта Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары тип «НефАЗ» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етештерелгән ярым тағылма-цистерна, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» ААЙ-нең баҡыр концентраты, «Башнефть» АНК ААЙ-нең «Регуляр-92» маркалы бензины,«Русджам Стеклотара Холдинг» АЙЙ Өфө филиалының шампан шарабы өсөн шешәләре һәм башҡа тауарҙар танылды. 28 продукция төрө конкурстың дипломанттары булды.

Башҡортостан даими рәүештә алдынғы позиция биләгән тағы бер номинация —  «Аҙыҡ-түлек тауарҙары». 15 продукция өлгөһө – лауреат, 30-ы  дипломант исеменә лайыҡ булды. Еңеүсе тауарҙар араһында – ит, һөт, икмәк аҙыҡтары, шулай уҡ «Башспирт» ААЙ дүрт филиалының төрлө төр араҡылары. Был номинацияла иң күп финалсы дипломдарын «Рощинский» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы яуланы, уның «Сливочная», «Ветчинно-рубленая» колбасалары, «Говяжья новая» хәләл ветчинаһы, «Камадорская» ыҫланған-бешкән еңел ашамлығы һәм майһыҙ эремсеге иң сифатлы тип танылды.

Халыҡ өсөн иң яҡшы сәнәғәт тауарҙарын, комиссия фекеренсә,: «Европласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (REHAU системаһы ишек һәм тәҙрә блоктары), «Өфө кизе-мамыҡ комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  (бәйләнгән пледтар), «БашИнком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығара.

«Халыҡ һәм художество промыслалары изделиелары» номинацияһында «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы» дәүләт унитар предприятиеһы – «Сармат» ирҙәр милли костюмы өсөн – диплом менән бүләкләнде.

Конкурстың «Халыҡ өсөн хеҙмәттәр» номинацияһында «Башҡортостан» Ҡунаҡханалар комплексы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – лауреат, кардиологик ауырыуҙарҙы реабилитациялау буйынса «Йәшел сауҡалыҡ» дәүләт унитар предприятиеһы финалсы булды.

Иң яҡшы «Производство-техник тәғәйенләнештәге хеҙмәттәр»ҙе «ВНЗМ» акционерҙар компанияһы ААЙ (генподрядсы менән төҙөлөш ойоштороу буйынса эш) һәм «БР Нефть-химия эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы (нефть эшкәртеү һәм нефть-химия сәнәғәте объекттарын проектлау) күрһәтә. Был номинацияла финалсылар дипломын «Тармаҡ-ара институт» дәүләттеке булмаған белем биреү учреждениеһы һәм «БР Нефть-химия эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы алды.

Беренсе тапҡыр «Рәсәйҙең 100 яҡшы тауары» конкурсы 1998 йылда үтә. Шул ваҡыттан алып республиканың 350 предприятиеһы — конкурс лауреты һәм 700-ҙән ашыуы финалсы дипломдарын алды. 2013 йылда федераль конкурс «Экология, именлек һәм сифат – ваҡыт менән тикшерелгән стратегия» девизы аҫтында барҙы.