11 декабрь, Йәкшәмбе

18 ноябрь 2013 йыл, 14:40

Республика вице-премьеры Дмитрий Шаронов граждандарҙы видео ҡабул итеү уҙғарҙы

автор: Галина Бахшиева | фото: Павел Самойлин

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов граждандарҙы видео ҡабул итеү уҙғарҙы. Республика Хөкүмәтенең рәсми сайтында хәбәр итеүҙәренсә, һорауҙар менән вице-премьерға Күмертау халҡы мөрәжәғәт итте.

Ҡала халҡы күтәргән төп темалар иҫәбендә – Күмертау авиация производство предприятиеһы перспективалары, бәләкәй бизнесҡа ярҙам, шулай уҡ ҡала эсендә тимер юл аша йәйәүлеләр өсөн үткәүел төҙөү.

Дмитрий Шаронов билдәләүенсә, Күмертау авиация производство предприятиеһын үҫтереү мәсьәләһе Хөкүмәттең  иғтибар үҙәгендә тора. Яҡын арала заводҡа федераль министрлыҡтарҙың береһенән – вертолет продукцияларына даими заказсы делегацияһы киләсәк, ә Дмитрий Шаронов үҙе делегация составында Күмертауҙа эшлекле авиация етештереү перспективалары буйынса фекер алышыу өсөн Ҡытайға китәсәк.

— Граждандарҙы ҡабул итеүҙең бындай форматы бик уңайлы, — тип иҫәпләй вице-премьер. — Был матди ресурстарҙы, ваҡытты экономиялау, бер юлы бер нисә нөктәнән конференц-бәйләнеш үткәреү мөмкинлеге бирә. Беҙ элемтәнең мөмкинлектәрен һынайбыҙ, килеп тыуған проблемаларҙы өйрәнәбеҙ һәм уларҙы хәл итеү буйынса саралар күрәбеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ республика халҡы менән йәнле аралашыуҙан баш тартмаясаҡбыҙ. Бындай осрашыуҙар өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланасаҡбыҙ.