Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Салауат Юлаев проспектында водителдәрҙе салғы тотҡан Үлем ҡаршыланы

Йәмғиәт

Өфөлә 17 ноябрҙә, Юл-транспорт һәләкәттәре ҡорбандарын иҫкә алыу көнөндә, «Автомобиль хужаларының белемен күтәреү» клубында ҡатнашыусылар баш ҡаланың төп тиҙлек магистралендәге авариялар йыш булған участкаларына Үлем кейемендә сыҡтылар.

Акция 13 сәғәттә Өфөгә аэропорт яғынан ингән урында элекке милиция контроль пункты эргәһендә башланып, һуңынан Салауат Юлаев проспектына күсте.

Был һис шикһеҙ иҫтә ҡалырлыҡ акцияла «Автомобиль хужаларының белемен күтәреү» клубы ағзаларынан тыш, дин һәм республика Юл полицияһы идаралығы вәкилдәре ҡатнашты.

БМО мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл һайын юл-транспорт һәләкәттәре 1,3 миллион кешенең ғүмерен ҡыя. Тағы ла 20-50 миллион кеше төрлө имгәнеү ала. Юл-транспорт һәләкәте эҙемтәһендә бөтә үлемесле осраҡтарҙың 50 проценттан ашыуы 15 йәштән 44 йәшкә тиклемге төркөмгә тура килә.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы күҙәтеүҙәре буйынса, 2020 йылға юлдарҙағы авариялар һөҙөмтәһендә имгәнеүҙәр һәләк булыу һәм ғәрип булып ҡалыуҙың өсөнсө төп сәбәбенә әйләнеүе ихтимал.

Юл-транспорт һәләкәттәренең төп сәбәптәре араһында — тиҙлекте арттырыу, алкоголь ҡулланыу, транспорт сараларына, водителдәрҙең һәм пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе ҡоролмаларға техосмотр программаларының булмауы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть