9 декабрь, Йома

18 ноябрь 2013 йыл, 10:02

«Өфө» аэропорты Ҡазандан рейстарҙы ҡабул итеүгә әҙер

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты штат режимында эшләй һәм Ҡазанға осоусы һауа судноларын ҡабул итеүгә әҙер.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 17 ноябрҙә 19 сәғәт 25 минутта Татарстан республикаһында Ҡазан ҡалаһы аэропортына ултырған саҡта Боинг-737 самолеты шартлай. Хәбәр итеүҙәренсә, бортта 44 пассажир һәм 6 экипаж ағзаһы булған. Мәскәү — Ҡазан рейсы самолетында бөтә пассажирҙар һәләк булған. Бортта балалар булмаған. Һәләк булыусылар исемлеге Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтында урынлаштырылған.

Ҡазанда авиакатастрофала һәләк булған пассажирҙарҙың туғандары өсөн ҡыҙыу линия асылған. Улар 8-800-775-17-17 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә һәм психологик, мәғлүмәти ярҙам ала ала. Владимир Путин Ҡазандағы авиакатастрофа сәбәптәрен тикшереү буйынса комиссия төҙөргә ҡушты.