3 декабрь, Шәмбе

15 ноябрь 2013 йыл, 18:22

Баш ҡалала яңы төҙөлгән торлаҡҡа хаҡтар йыл башынан алып 13 процетҡа артҡан

автор: Эльвира Латипова

Өфөлә төҙөлә башлаған торлаҡтың бер квадрат метрының хаҡы йыл башынан алып уртаса 13 процентҡа артҡан һәм 55 мең һум тәшкил итә. Хаҡтар артыу темптары буйынса был сегмент 2013 йылда икенсел баҙарҙы ике тапҡырға уҙҙы, тип билдәләй «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитиктары.

Иң ҡиммәт фатирҙар – ҡаланың үҙәгендә, шул иҫәптән Әй урамында: бер квадрат метры 64,9 мең һум. Артабан кәмеү яғына табан бара: Октябрь проспекты һәм Йәштәр биҫтәһе (60,1), Йәшел сауҡалыҡ һәм Новостройка (56,8), Сипайлово биҫтәһе (54,3), Черниковка (49,1) һәм үҙәктән алыҫ ятҡан Затон, Инорс, Дим, Шаҡша биҫтәләре (48,6).

Яңы йорттарҙа иң арзан хаҡ әлеге ваҡытта Затонда билдәләнгән: 38 мең һум. Иң ҡиммәте – Мостай Кәрим һәм Октябрь Революцияһы урамдарында: 79 мең һум.

Өфөлә тәҡдим ителгән яңы фатирҙарҙың майҙаны – 29,7 квадрат метрҙан алып (Инорс) 165 квадрат метрға тиклем (Пушкин урамы).

темалар: торлаҡ, хаҡтар