Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала епшек ҡар яуыуы һәм елдең көсәйеүе көтөлә

Йәмғиәт

Һауа торошо шарттарының кинәт үҙгәреүен фаразлай Башҡортостан Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығы.

16-18 ноябрҙә һауа торошо тотороҡло булмаясаҡ. Төрлө көсөргәнештә епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел секундына 15-20 метрға тиклем көсәйәсәк. Сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе ихтимал. Синоптиктар температураның түбәнәйеүен һәм ҡар япмаһы ҡаплауын күҙаллай.

19 ноябрҙә яуым-төшөм яуыуы кәмейәсәк, һауа температураһы түбәнәйәсәк.

Ҡатмарлы һауа шарттары электр тапшырыу линияларының өҙөлөүенә, насар нығытылған конструкцияларҙың йығылыуына, юл-транспорт һәләкәттәренең артыуына килтереүе ихтимал. Башгидромет автомобилдә йөрөүселәрҙе сиктән тыш һаҡ булырға саҡыра һәм насар күренеүсәнлек һәм боҙлауыҡ шарттарында алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть