3 декабрь, Шәмбе

15 ноябрь 2013 йыл, 16:35

Бөгөн Рәсәйҙә призывниктар көнө

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөтә Рәсәй призывниктар көнө 1992 йылдан алып йыл һайын 15 ноябрҙә билдәләнә. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу законы буйынса хеҙмәт итергә тейешле 18-27 йәшлек граждан призывник тип иҫәпләнә.

Призывникка кәрәкле бөтә мәғлүмәттәр 1998 йылдың 28 мартындағы «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы Федераль законда яҙылған. Рәсәй Ҡораллы Көстәренә саҡырыу йылына ике тапҡыр уҙғарыла – 1 апрелдән 15 июлгә тиклем һәм 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем. Призывниктар медицина тикшереүе үтергә, һуңынан саҡырыу комиссияһы ултырышына килергә тейеш. Белгестәр ыңғай һығымта бирһә, үҫмерҙәр хәрби хеҙмәт итеү урынына оҙатыу өсөн хәрби комиссариатҡа барырға тейеш. 2008 йылға тиклем хеҙмәт итеү ваҡыты ике йыл ине, хәҙер саҡырыу буйынса хеҙмәт итеү ваҡыты бер йылға тиклем ҡыҫҡартылған.

Йыл һайын республиканың меңәрләгән егете Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафтарын тулыландыра. БР Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре буласаҡ һалдаттар һәм уларҙың ата-әсәләре менән аңлатыу эштәре алып бара. Республика йыйылыу пунктында армияға оҙатыуға арналған тантаналы митингылар уҙа, яңы алынған һалдаттар өсөн байрам концерттары ойошторола.

Быйыл көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан 6500 үҫмер кейемдәрен хәрби формаға алмаштырасаҡ.