4 декабрь, Йәкшәмбе

15 ноябрь 2013 йыл, 16:00

Башҡортостандың Халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың ижад кисәһе үткәрелә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың 75 йәшенә арналған ижад кисәһе Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында йома, 15 ноябрҙә, уҙасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Тимер Йосопов Дыуан районының Әпсәләм ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң мәктәптә, гәзит редакцияһында, республиканың Яҙыусылар союзында эшләй. Мәскәүҙә Юғары әҙәбиәт курстарын тамамлай.

Тимер Йосоповтың әүҙем ижад эшмәкәрлеге 1960 йылдарға ҡарай. Беренсе «Икмәк еҫе»(1968 йыл) шиғырҙар йыйынтығында шағир һуғыш ауырлыҡтарын ғорур еңеп сығыусы тотош бер быуындың яҙмышын сағылдыра. Уның шиғырҙарында ваҡыттар бәйләнеше асыла, Башҡортостандың киң образы үткән, хәҙерге һәм киләсәк дәүерҙәрҙең диалектик берҙәмлегендә күҙ алдына баҫа.

Тимер Йосопов үҙенең поэмаларында йыш ҡына тарихи тематикаға мөрәжәғәт итә. Уларҙа автор фольклор традицияларын дауам итә, ҡобайыр шиғриәтен киң ҡуллана.

Шағирҙың әҫәрҙәрендә шәхестең яуаплылығы тураһында уйланыуҙар, туған тел һәм тыуған тәбиғәт яҙмышы өсөн боролоу үҙәк урынды биләй. Тимер Йосоповтоң гражданлыҡ әүҙемлеге уның публицистик сығыштарында ла сағыла.

Тимер Йосопов – 15 шиғырҙар һәм поэмалар китаптары авторы, Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты (1998 йыл), Башҡортостандың Халыҡ шағиры (2003 йыл).

Ижад кисәһе 19 сәғәттә башлана.