4 декабрь, Йәкшәмбе

15 ноябрь 2013 йыл, 15:37

Өфөлә ҙур нефтехимия кластеры ойоштороласаҡ

автор: Людмила Терновая | фото: Андрей Старостин

Өфөлә һуңғы продукция сығарасаҡ ҙур нефтехимия кластеры ойошторола. Был турала Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышы Комитеттары рәйестәре менән осрашыуҙа телгә алды.

— Беҙ республика территорияһында яңы юғары технологиялы предприятиелар төҙөү, төрлө кластерҙар ойоштороу буйынса әүҙем эҙләнәбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты.

Уның әйтеүенсә, «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы компанияһы хужаһы Владимир Евтушенков менән осрашыуҙа Өфөлә һуңғы әҙер продукция етештерәсәк ҙур, ҡеүәтле нефтехимия кластеры ойоштороу тураһында һөйләшеп килешелде.  

— Төрлө баһалар буйынса инвестициялар суммаһы өс-биш миллиард долларға етеүе ихтимал — был бик ҙур ресурстар күләме. Химия бөгөн күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, сөнки беҙҙең өс йыл буйына күтәргән химия сәнәғәтен үҫтереү кәрәклеге тураһында идеябыҙ ахыр килеп ҙур компанияларҙа яуап тапты. Беҙҙең бурыс — кластер ойоштороу, был территорияла һуңғы әҙер продуктты сығарыу өсөн унда башҡа структураларҙы йәлеп итеү. Яҡындағы ике-өс йылда был кластер ойошторолор һәм бындай предприятиены төҙөү буйынса ҙур инвестиция эшмәкәрлеге йәйелдерелер, тип уйлайым, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.