9 декабрь, Йома

15 ноябрь 2013 йыл, 15:13

Журналист Марсель Ҡотлоғәлләмов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.

автор: Алик Шакиров

Танылған публицист, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡ-ара Төрки Академияһының почетлы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге һәм Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премиялар лауреаты Марсель Ҡотлоғәлләмов республика Президенты Указына ярашлы Салауат Юлаев ордены менән наградланды.

Марсель Әҡсән улы Ҡотлоғәлләмов 1941 йылды Әбйәлил районының Ҡалмаҡ ауылында тыуған. Ул «Осҡон» район гәзите мөхәррире, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә үҙ хәбәрсе, мөхәррир урынбаҫары, партияның Башҡортостан өлкә комитеты секторы мөдире, Башҡортостан телевидениеһының баш мөхәррире, «Известия Башкортостана» гәзите мөхәррире, республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры урынбаҫары булып эшләгән. Документаль очерктар һәм эсселар, шулай уҡ публицистик китаптар авторы.  

Марсель Әҡсән улы бөгөн дә осло ҡаурыйын ҡулынан төшөрмәй, республика гәзиттәрендә үҙенең көн үҙәгендә торған публицистик мәҡәләләрен баҫтыра, «Ашҡаҙар» радиоһына көнүҙәк темаларға тапшырыуҙар әҙерләй.

«Башинформ» агентлығы коллективы коллегабыҙҙы юғары наградаһы менән ысын күңелдән ҡотлай һәм артабан да ижади уңыштар теләй.