7 декабрь, Шаршамбы

15 ноябрь 2013 йыл, 14:02

Төбәк башлығы БР Дәүләт Йыйылышы комитеттары рәйестәре менән осрашты

автор: Людмила Терновая | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеттары рәйестәре менән осрашты. Ойошторолған осрашыуҙың маҡсаты – яҡын арала эшләргә кәрәк буласаҡ эштәрҙе билдәләү.

— Һайлауҙар баталияһы уҙҙы, беҙҙең Дәүләт Йыйылышы эшен башланы, — тине ул. — Беҙ һеҙҙең менән сессияла осрашҡанда, даими аралашыу форматында эшләйәсәкбеҙ, тип вәғәҙә биргәйнем, һәм бына беҙҙең тәүге осрашыуыбыҙ. Мин һеҙҙең менән нимәләр эшләргә кәрәклеге, ниндәй проблемалар бар, ниндәй бурыстар тороуы тураһында фекер алышаһым килә. Сессияла күтәрелгән мәсьәләләр көнүҙәк һәм мөһим. Төп мәсьәләләрҙең береһе – 2014 йылға һәм 2015 -2016 йылдар план осорона бюджет формалаштырыу – иң ҡатмарлы мәсьәлә. Әммә һеҙҙең был юҫыҡта тәртипкә килтерергә ярҙам итеүсе белгестәрегеҙ бар.

Парламентарийҙар бер нисә позиция буйынса үҙһүҙлелек күрһәтеп, бюджетты финанслауға бәйле бер нисә йүнәлеште ҡайтанан ҡарарға тәҡдим итәләр, тип билдәне Президент.

— Һәм был дөрөҫ, яҡшы. Мин һеҙҙең ниәттәрегеҙҙе хуплайым, сөнки яңы эшләй башлаған депутаттарға, һис шикһеҙ, билдәле бер тәжрибә туплар өсөн ваҡыт бирергә кәрәк, һәм был тәжрибәне тикшереүҙәр, бәхәстәр һәм билдәле көрәштәр һөҙөмтәһендә формалаштырып була, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы бюджеттың артабан да дефицитта ҡалыуын билдәләне. Һайлау алды көрәше ваҡытында биргән вәғәҙәләрҙе тормошҡа ашырыу өсөн аҡса аҙ, әммә вәғәҙәләрҙе үтәргә кәрәк.

Әлеге ваҡытта сәнәғәттә ҡатмарлы хәл күҙаллана, тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. Был фонда инвестиция өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр һөҙөмтәле буласаҡ. 700  миллиард һумға 100-ләп проект тора. Проекттар тупланған тәжрибәне иҫәпкә алып тормошҡа ашырыласаҡ.

Шуға бәйле, хәҙерге иҡтисади шарттарҙа Республика парламенты Президиумы үҙ алдында ниндәй бурыстар ҡуйыуын миңә белеү мотлаҡ, тип билдәләне Президент.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса алып барылған эшкә килгәндә, Рөстәм Хәмитов был эшмәкәрлек йүнәлешенең ваҡытлы һәм көнүҙәк  булыуын билдәләне.

— Күп һанлы төҙәтмәләр һөҙөмтәһендә Конституциябыҙҙың ҡайһы бер өлөштәре камиллаштырыуҙы һәм яңыртыуҙы талап итә ине. Конституция берҙәм, бөтөн документ булырға тейеш, һәм һеҙ был эш менән шөғөлләнә башланығыҙ. Мин һеҙҙән был эшмәкәрлектә тормошобоҙҙо артабан демократлаштырыу мөмкинлектәрен ҡарауығыҙҙы, дәүләт тормошона йәмәғәтселекте, кешеләрҙе йәлеп итеүегеҙҙе һорар инем. Был бик мөһим. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын тикшереү барышында яңғыраған аҡыллы фекерҙәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк. Был эште үҙ-ара килешеп алып барыу мотлаҡ.

Президент депутаттарҙың иғтибарын төбәк закондар сығарыу власы органдары менән граждандар араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу кәрәклегенә йүнәлтте, сөнки республика халҡы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа депутаттарҙың ниндәй эш алып барыуҙары тураһында белергә тейеш.

Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов бюджеттың килем өлөшө өҫтөндә эште камиллаштырыу кәрәклеген билдәләне.

— Эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәре буйынса ресурстарҙы дөрөҫ файҙаланыу мөһим, — тине ул. — Был эш оҙайлы, ҡатмарлы, бер саҡырылышта ғына хәл итерлек түгел, әммә уны башларға кәрәк.