9 декабрь, Йома

15 ноябрь 2013 йыл, 13:32

Башҡортостандың 10 ғалимы фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһына лайыҡ булды

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов фән һәм техника өлкәһендә 2013 йыл өсөн республиканың Дәүләт премияһын тапшырҙы. Быйыл абруйлы премияға Башҡортостостандың 10 ғалимы лайыҡ булды.

Башҡортостан ғалимдарының өс хеҙмәте – яҡшыртылған экологик характеристикалы автомобиль бензины алыу технологияһы, ҡорһаҡ ярыһында йәбешмә ауырыуын диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү алымдарын индереү, икмәк продукттары өсөн юғары сортлы яҙғы бойҙай игене үҫтереү – иң яҡшылары тип танылды.

Бөгөнгө көнгә республикала 70-ләгән ғилми ойошма эшләй, уларҙың 43-ө – тикшеренеү үҙәктәре. Башҡортостан ғилми берләшмәһендә бөгөн бөтәһе һигеҙ меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.

Фән һәм техника өлкәһендә БР Дәүләт премияһы лауреаттарын бүләкләү сараһында Рөстәм Хәмитов, хәҙер ғилми тикшеренеүҙәрҙең ғәмәли характеры яҡшырыуы, фәндең производство менән бәйләнеше нығыуы мөһим, тип билдәләп үтте. Алдынғы предприятиелар, төрлө фондтар һәм ҙур инвесторҙар менән эштәр әүҙемләшә.

— һуңғы өс йылда республикала башҡарылған ғилми-техник эштәр күләме ике тапҡырға үҫкән һәм былтыр 8,3 миллиард һумдан ашҡан. Иҫегеҙгә төшөрәм, 2010 йылды был сумма 4,7 миллиард һум тәшкил иткәйне. Дәүләт ғилми-техник программаларға ярашлы 100-ҙән ашыу инновацион-әүҙем предприятие перспективалы ғилми эшкәртмәләр әҙерләй, — тине Башҡортостан Президенты.

Республика башлығы әйтеүенсә, инновацион үҫеш юлына элеккесә ғилми кадрҙарҙың ҡартайыуы етди ҡаршылыҡ булып ҡала. Дәрәжәле ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше – 45 йәштән өлкән, академиктарҙың һәм ағза-корреспондентарҙың – 60 йәштән олораҡ.

— Әлбиттә, тәжрибә мөһим, әммә йәштәрҙең фәнгә килеүе бик тә кәрәкле,— тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты. — Фәнде, бизнесты, производствоны һәм власты интеграциялау буйынса эштә системалылыҡ етешмәй әле. Рәсәй һәм республика дәүләт властары фән алдына бурыстарҙы аныҡ ҡына ҡуя алмай. Киләсәккә маҡсаттарҙы билдәләй алмайҙар. Маҡсаттарҙың аныҡ ҡуйылмауы фәнгә дәүләт өсөн кәрәкле йүнәлештә эшләргә мөмкинлек бирмәй.

Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында, шул уҡ ваҡытта «бөгөнгө премия лауреаттарын хөрмәтләү республикабыҙҙа ғалимдарҙың професиональ үҫеше өсөн шарттар булдырылыуын, уларҙың күп йыллыҡ хеҙмәтен таныуға ҙур иғтибар бүленеүен иҫбатлай», тип билдәләп үтте.

Наградланыусылар иҫәбендә яҡшыртылған экологик характеристикалы автомобиль бензины алыу технологияһын уйлап табыусы ғалимдар төркөмө. Уның составында – техник фәндәр докторы, профессор, Нефть-химия эшкәртеү институтының баш технологы Ғүмәр Теләшев; техник фәндәр докторы , профессор, Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире Арслан Әхмәтов; техник фәндәр докторы, ӨДНТУ-ның нефть һәм газ технологияһы кафедраһы профессоры Георгий Сидоров.

Башҡортостан Президенты фекеренсә, яҡшыртылған экологик характеристикалы автомобиль бензины алыу технологияһы, «һис шикһеҙ, бик мөһим». Яҡшыртылған экологик характеристикалы автомобиль бензинын алыу яңы технологияһы хәҙер Башҡортостанда һәм унан ситтә нефть эшкәртеүҙә уңышлы индерелә. Ул сығарылған бензиндың сифатын яҡшыртыуға, ҡулланыу сығымдарын кәметеүгә булышлыҡ итә, һәм иң мөһиме – экологияға зыянды кәметә.

Быйыл ҡорһаҡ ярыһында йәбешмә ауырыуын диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү алымдарын эшкәрткән һәм индергән ғалимдар: медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт медицина университетының госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире Владимир Плечев; медицина фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы Наил Ғатауллин һәм  медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының Диплом алғандан һуң белем биреү институты кафедраһы профессоры Сәүбән Хунафин фән һәм техника өлкәһендә БР Дәүләт премияһы лауреаттары булды.

Фән һәм техника өлкәһендә БР Дәүләт премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһында билдәләп үтеүҙәренсә, был хеҙмәт – ҡорһаҡ ярыһында йәбешмә ауырыуын диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү алымдарын эшкәртеү һәм индереү буйынса 50 йыл тикшеренеү һөҙөмтәһе. Ул был сир менән ауырыған кешеләргә медицина ярҙамы файҙаһын ярайһы уҡ арттырырға мөмкинселек бирҙе. Өлгәшелгән юғары һөҙөмтәләрҙе таныу булараҡ, Өфөлә беренсе һәм Рәсәйҙә әлегә берҙән-бер Федераль пластик хирургия үҙәге асылды.

Тағы ла бер ғилми хеҙмәт Башҡортостанда өҫтөнлөклө өлкәләрҙең береһе – ауыл хужалығына ҡарай, уның авторҙары шулай уҡ Республика Йортонда хаҡлы награда алды.

Лауреат дипломдары, иҫтәлекле билдәләр һәм 2013 йылда фән һәм техника өлкәһендә БР Дәүләт премияһы «Салауат Юлаев» һәм «Ватан» юғары сорттары һәм  икмәк продукттары өсөн яҙғы бойҙай игене етештереү технологияһы» эше өсөн авторҙар коллективына тапшырылды. Уға ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы Владимир Зыкин; ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты, Башҡорт дәүләт аграр университетының үҫемлекселек, мал аҙығы етештереү һәм йәшелсә-емеш үҫтереү кафедраһы мөдире Рафаэль Исмәғилев; ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт аграр университетының кафедра доценты Рәлиф Ҡаҙыҡов һәм пенсионер Людмила Зыкина инде.

— Бөгөн беҙҙең республика продуктив генетик потенциалға эйә булған яҙғы йомшаҡ бойҙайҙың юғары сорттарына мохтаж, — тине Башҡортостан Президенты. Быйыл иген культураларының уңышы гектарынан 15 центнер тәшкил итте, тип билдәләне ул. Ҡатмарлы һауа торошо шарттарына ҡарамаҫтан, 2013 йылда иген уңышы 2,250 миллион тоннаға етте – ул агроэшмәкәрлек алып барыу өсөн етерлек, «әммә был беҙҙең өсөн аҙ». Һатырға ла мөмкин булһын өсөн йылына 3 – 3,5 миллион тонна иген үҫтерергә кәрәк.

— Яңы бойҙай сорттарын ҡулланыу республикабыҙҙа иген үҫтереүҙе арттырырға мөмкинселек бирер, тип ышанам, —тине Рөстәм Хәмитов Башҡортостан селекционерҙарына лайыҡлы наградаларын тапшырып.