Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Кубаның Рәсәйҙәге илсеһе Эмилио Лосада Гарсиа менән осрашты

Сәйәсәт

14 ноябрҙә республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Куба Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Эмилио Лосада Гарсиа менән осрашты. Осрашыу барышында төрлө йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Куба ҡунаҡтарын тәбрикләп, Рөстәм Хәмитов, беҙҙең республиканы Куба менән бик тығыҙ һәм яҡшы мөнәсәбәттәр бәйләй, тине.

Республиканың Куба менән хеҙмәттәшлеген артабан үҫтереү тураһында һөйләп, Президент, «беҙ, әлбиттә, Өфө дәүләт нефть университеты, авиация университеты кеүек юғары уҡыу йорттарыбыҙҙа Куба белгестәрен әҙерләүҙе әүҙемләштерергә теләр инек. Һис шикһеҙ, Кубаның нефть эшкәртеү заводтарын модернизациялауҙа ҡатнаша алабыҙ. Әйткәндәй, был эште башланыҡ, белгестәребеҙ һеҙҙә булып ҡайтты ла инде. Беҙҙә нефть эшкәртеү, нефтехимия, химия әлкәһендә юғары компетенцияға эйә булған 80-ләп предприятие һәм учреждение бар. Һеҙҙең менән был эште лә әүҙемләштерә алыр инек».

Президент медицина һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мөнәсәбәттәргә лә ҡағылды.

—  Беҙ Кубала һаулыҡ һаҡлау алдынғы булыуы тураһында ишетеп беләбеҙ. Бик теләп үҙ белгестәребеҙҙе һеҙгә ҡайтанан әҙерлек үтергә ебәрер инек. Үҙ сиратында, беҙҙең Башҡорт дәүләт медицина университеты белгестәр әҙерләү буйынса эшмәкәрлеккә ҡушылыуы һәм беҙҙең студенттарҙы стажировка үтеү өсөн Кубаға ебәреүе яҡлыбыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Эмилио Лосада Гарсиа, үҙ сиратында, Башҡортостан Кубаның Рәсәй Федерацияһындағы мөһим партнерҙарының береһе булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Был минең Рәсәй Федерацияһы субъекттарына тәүге рәсми сәфәрем. Шуға күрә мин, тәүге сәфәр Башҡортостанға булырға тейеш, тип ҡарар иттем. Советтар Союзы заманында бында кубин белгестәре уҡыны. Бөгөн улар беҙҙең иҡтисадҡа ҙур өлөш индерә. Шуға күрә һеҙҙең халҡығыҙҙың тырышлығы менән беҙ был өлкәлә уңышҡа өлгәшә алдыҡ. Бының өсөн ҙур рәхмәт, — тине Куба илсеһе. Ул «республикаларыбыҙ араһында мөнәсәбәттәр үҫешәсәк, мөмкинлектәр бар. Нефть өлкәһендә генә түгел, һеҙҙең эшҡыуарлыҡ өсөн төрлө өлкәләрҙә – ауыл хужалығы, медицина, туризм – мөмкинлектәр тыуҙырыласаҡ.  Беҙ яңы пландар һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан делегацияһын көтәбеҙ. Хөкүмәтебеҙ исеменән мин һеҙгә киләһе йыл үҙегеҙ теләгән ваҡытта Кубаға килеү өсөн саҡырыу ҡағыҙы килтерҙем» тигән ышаныс белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть