4 декабрь, Йәкшәмбе

14 ноябрь 2013 йыл, 17:56

Бөгөн социологтар һөнәри байрамдарын билдәләй

автор: Арина Рәхимҡолова

14 ноябрҙә Рәсәйҙә Социологтар көнө билдәләнә. Байрам итеү датаһы осраҡлы ғына һайланмаған – тарихи документтарҙа иҫбатланыуынса, тап 1901 йылдың 14 ноябрендә Парижда Рус юғары ижтимағи фәндәр мәктәбе асыла, ҡайһы бер белгестәр иҫәпләүенсә, ул донъя ғилеме тарихында беренсе социология факультеты практикаһы була. Рус юғары мәктәбендә лекцияларҙы Максим Ковалевский, Николай Кареев, Евгений де Роберти, Павел Милюков кеүек Рәсәйҙең алдынғы социологтары һәм сәйәсмәндәре уҡыған. 1994 йылдан алып Социологтар көнө Рәсәй юғары уҡыу йорттарының социология факультеттарында даими билдәләнә, шул иҫәптән Рәсәй академик социологияһы тәү башлап барлыҡҡа килгән Санкт-Петербург университетында ла.

Башҡортостанда социология фәне юғары үҫешкән йүнәлеш булып һанала. Социологтар көнөн республикала социология лабораторияһы һәм йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре, республика юғары уҡыу йорттарының социология факультеты профессорҙары, уҡытыусылары, студенттары, мониторинг бүлеге, дәүләт һәм муниципаль власть органдарында йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү хеҙмәткәрҙәре билдәләй.

Башҡортостан Республикаһында социология фәне һәм практикаһы статусы һуңғы ваҡытта ярайһы уҡ үҫешкән. Дәүләт һәм муниципаль власть органдары яғынан ҡыҙыҡһыныу ҙур. Ҡала идаралығы практикаһында социолог-эксперттарҙың белемен һәм тәжрибәһен ҡулланыуға Өфө хакимиәте эшмәкәрлегендә өҫтөнлөк бирелә. Властарға республика үҫешендәге иң көнүҙәк мәсьәләләр буйынса халыҡ фекерен белеү бик мөһим, һәм был йәһәттән уларға социологтар ярҙам итә.