8 декабрь, Кесе йома

14 ноябрь 2013 йыл, 17:32

Диабет менән сирләүселәрҙе дарыуҙар менән тәьмин итеү контролгә алынды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бушлай дарыу препараттары менән тәьмин итеү һәм йәшәгән урыны буйынса мотлаҡ тикшереү проблемалары «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә уҙған граждандарҙы тематик ҡабул итеүҙә төп мәсьәлә булды. Ул Бөтә донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнөнә тура килтерелде.

Дим районында йәшәүсе ҡатын шәкәр диабеты менән яфаланғандарҙы кәрәкле медикаменттар менән тәьмин итеү мәсьәләһен күтәрҙе. Уның һүҙҙәре буйынса, дарыуҙар ваҡытында килмәй, шуға күрә биҫтәлә йәшәүселәр кәрәкле таблеткаларҙы үҙ аҡсаларына һатып алырға мәжбүр. Дим халҡы тәүге тапҡыр был проблема менән 2012 йылдың октябрендә осрашты. Бушлай медикаменттар ҡабат 2013 йылдың мартында ғына килде. Пациент тейешле таблеткаларҙы һуңғы тапҡыр августа ала алды.

— Минең сирем менән иң кәрәкле дарыуҙар алыуға айына дөйөм алғанда ике мең һум самаһы аҡса тотонорға тура килә. Әлегә мин эшләйем һәм дарыуҙарҙы һатып ала алам, әммә пенсияға сыҡҡас нимә булыр, — тип үҙ фекере менән уртаҡлашты «икенсе төркөм шәкәр диабеты» диагнозы ҡуйылған пациент.

Ҡатын үҙен дауалаусы табиптан бик ҡәнәғәт һәм юғары квалификациялы белгестең, препараттарҙың һуңлап килеүенә яуаплы булмаһа ла, пациенттарҙың дәғүәләрен тыңларға мәжбүр булыуына борсола.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгес-диабетологы, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының эндокринология бүлеге мөдире Полина Гусева билдәләүенсә, бындай проблема ысынлап та бар. Йыш ҡына таблеткалы препараттар менән тәьмин итеүгә финанслау етмәй. Беренсе сиратта, аҡса инсулинға йүнәлтелә.

Үҙ яғынан белгес-эндокринологтар Һаулыҡ һаҡлау министрлығына финанслауҙы арттырыуҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Хәҙер мәсьәләне хәл итергә Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе һәм БР шәкәр диабеты менән сирләүселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Наил Мәһәҙиев ҡушыласаҡ.

Ҡабул итеү бүлмәһендә күтәрелгән тағы ла бер мәсьәлә – ул диабет менән ауырығандарҙы диагностикалау өсөн медицина ҡорамалдары етешмәү. Квартал һайын кәрәкле тикшеренеүҙәре улар түләп үтергә мәжбүр. Гликирлы гемоглобинды үлсәү өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән республиканың бөтә райондары тәьмин ителгән, ә баш ҡала бындай приборҙарға асыҡтан-саҡ ҡытлыҡ кисерә.

Ҡабул итеү бүлмәһендә Көньяҡ Кореянан бер фирма вәкиле поликлиникаларҙы бушлай глюкометр һәм башҡа ҡорамалдар менән тәьмин итеү буйынса үҙ тәҡдимен индерҙе. Мәсьәлә техник документтарҙы белгес-эндокринологтар менән анализлағандан һуң хәл ителәсәк.