4 декабрь, Йәкшәмбе

14 ноябрь 2013 йыл, 16:31

Илдең бөтә төбәктәрендә йомортҡаға хаҡтар артыуы сәбәптәре асыҡлана

автор: Эльвира Латипова

Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт илдең бөтә төбәктәрендә лә йомортҡа баҙарында хаҡтарға анализ яһауға тотондо. Был турала ведомство кесе йома көндө үҙенең рәсми сайтында хәбәр итте. Был «Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән граждандарҙан килгән күп һанлы ялыуҙарға» бәйләнгән.

— Бындай анализ һөҙөмтәләре буйынса тәүге һығымталар быйыл 27 ноябрҙә яһаласаҡ, — тип хәбәр итте Химия сәнәғәтенә һәм агросәнәғәт комплексына контроль идаралығы начальнигы Анна Мирочиненко.

Рәсәй ҡошсолоҡ союзы мәғлүмәттәре буйынса, ауыл хужалығы етештереүселәре йомортҡаға хаҡты 2013 йылдың ғинуар-сентябрендә — туғыҙ процентҡа, ә октябрҙә уртаса ун процентҡа арттырҙы.

Башҡортостанда, статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, октябрҙә тауыҡ йомортҡаһына хаҡ артыуы  31,2 процент тәшкил итте. Сентябрҙә бер тиҫтә йомортҡа республика буйынса уртаса 36,82 һум торҙо, ә октябрҙә — 48,84 һум. Ноябрҙә хаҡтар артыуын дауам итте. 5 ноябргә ҡарата уртаса хаҡ 50,1 һумға етте.

Рәсәй Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәте, йомортҡаға хаҡтар продукцияның үҙҡиммәте 20-25 процентҡа үҫеүе һөҙөмтәһендә артты, тип билдәләй. Үҙҡиммәткә мал аҙығының ҡиммәтләнеүе (30 проценттан ашыуға), электр энергияһына һәм газға тарифтарҙың артыуы (10 процентҡа) йоғонто яһаны. Тикшереүҙәр барышында хаҡтарҙың ҡапыл күтәрелеүе монополияға ҡаршы закондарҙы боҙоуға ла бәйле түгелме икәнлеге асыҡланасаҡ.