10 декабрь, Шәмбе

14 ноябрь 2013 йыл, 15:40

Башҡортостан туриндустрия союзын Александр Работяев етәкләне

автор: Марина Чепикова

Башҡортостан Республикаһы туриндустрия союзының отчет-һайлау йыйылышы йомғаҡтары буйынса БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Александр Работяев был ойошманың рәйесе итеп һайланды.

Уның урынбаҫарҙары итеп Дәүләт Йыйылышы депутаты Кинйә Кускилдинды һәм «Тенгри» туристик компанияһының генераль директоры Александр Гончаровты һайланылар.

БР Туриндустрия союзының өҫтөнлөктәре аталды: тармаҡта цивилизациялы баҙар мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, монополияға ҡаршы тороу, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара хөкүмәттеке булмаған туристик ойошмаларҙа Союз ағзаларының мәнфәғәттәрен яҡлау, төбәктә эске туризм инфраструктураһын үҫтереү.

Башҡортостан туриндустрия союзы – Рәсәй туриндустрия союзы, Рәсәй Туроператорҙар ассоциацияһы, «Волга буйы» төбәк-ара туризм ассоциацияһы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзаһы.