Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәк халҡы туғыҙ айҙа 7411 кешегә артҡан

Йәмғиәт

Ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостанда халыҡ һаны 7411 кешегә артҡан. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, халыҡтың тәбиғи артыуы 3869 кеше тәшкил иткән, миграцияның артыуы – 3542.

Тыуыусылар һаны был осорҙа, 2012 йылдың ғинуар-сентябрь айҙары менән сағыштырғанда, 0,6 процентҡа үҫкән. Вафат булыусылар һаны ла артҡан – 0,4 процентҡа.

Туғыҙ айҙа республикала 43 952 сабый донъяға килгән. Тыуымдың артыуы Өфө, Ағиҙел, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм тағы бер нисә ҡалала, шулай уҡ 16 муниципаль районда теркәлгән.

Был ваҡытта 40 083 кеше вафат булған.

Статистиктар Волга буйы федераль округының ете төбәгендә халыҡтың тәбиғи артыуын билдәләгән: Татарстанда (плюс 7467 кеше), Башҡортостанда (3869), Удмуртияла (2099), Пермь крайында (1077), Ырымбур өлкәһендә (1021), Сыуашстанда (644) һәм Марий Илендә (510).

Башҡортостанда үлемдең төп сәбәптәре араһында ҡан йөрөшө системаһы ауырыуҙары (47,4 процент, Рәсәй буйынса — 53,9 процент) өҫтөнлөк итә. Яман шеш ауырыуҙарынан (11,1 һәм 15,4 процент), фажиғәле осраҡтарҙан, ағыуланыуҙан һәм йәрәхәттәрҙән (10,6 һәм 9,1) үлеүселәр һаны юғары булып ҡала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть