4 декабрь, Йәкшәмбе

14 ноябрь 2013 йыл, 15:01

14 ноябрҙә Бөтә донъя сифат көнө билдәләнә

автор: Эльвира Латипова

14 ноябрҙә Бөтә донъя сифат көнө билдәләнә – ул ошо көндәрҙә барған Бөтә донъя сифат аҙналығының кульминацияһы.

Был дата донъяның күпселек илдәрендә ноябрҙең икенсе кесе аҙнаһында билдәләнә. Байрам Берләшкән Милләт Ойошмаһы ярҙамында Европа Сифат ойошмаһы инициативаһы менән ойошторола. Тәүге тапҡыр донъя йәмәғәтселеге был көндө 1989 йылда билдәләй. Һуңыраҡ, 1995 йылда, Европа сифат ойошмаһы ноябрҙең икенсе кесе аҙнаһы тура килгән аҙнаны Европа сифаты аҙналығы тип иғлан итә.

Продукттарҙың һәм хеҙмәттәрҙең юғары сифаты – заман технологияларын тап килтереү, аҡыллы етәкселек һәм яуаплы хеҙмәт һөҙөмтәһе. Сифат проблемаһы күп илдәрҙең, шул иҫәптән Рәсәйҙең дә, иҡтисади сәйәсәте өҫтөнлөктәренең береһе.

Был көндәрҙә күпселек ватан предприятиеларында тематик саралар: сифатҡа арналған смотрҙар, күргәҙмәләр һәм конференциялар – уҙғарыла. БР Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар төбәк үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда Аҙнаның төп сараһы – Бөтә донъя сифат көнөнә арналған республика конференцияһы. Ул 15 ноябрҙә БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында үтәсәк.

Конференцияла республика предприятиеларының 2013 йылғы «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» федераль конкурсында ҡатнашыу һөҙөмтәләре иғлан ителәсәк. Уны ойоштороусылар – Рәсәй стандарты һәм Сифат проблемалары академияһы.