6 декабрь, Шишәмбе

14 ноябрь 2013 йыл, 13:21

Михаил Бабич: «Кроношпан» тирәләй ажиотаж нигеҙһеҙ»

автор: "Башинформ"

Рәсәй Президентының Контроль идаралығы һәм РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге Өфө эргәһендә «Кроношпан» заводы төҙөлөшөнөң нигеҙлелеген тикшерҙе. Ревизорҙарҙың килеүе бер нисә ай инде завод төҙөүгә ҡаршылыҡ күрһәткән граждандарҙың күп һанлы мөрәжәғәттәренә бәйләнгән. Президенттың Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратына хәлде контролгә алырға ҡушылған. Эштәрҙең нисек барыуы тураһында «ФедералМатбуғат.Волга буйы» хәбәрсеһе Михаил Бабич һөйләне.

«Тикшереүҙәр Президенттың Контроль идаралығы һәм Тулы хоҡуҡлы вәкил аппараты тарафынан алып барылды. Тикшереү башланғанға тиклем был юҫыҡта бөтә идаралыҡ мәсьәләләре хәл ителгәйне, республикаға мин шәхсән үҙем килдем, завод төҙөлөшөнә әҙерлек процесының нисек ойошторолоуын ҡараным, тейешле етәкселәрҙең докладтарын тыңланым. Беҙ граждандарҙың инициативалы төркөмө тарафынан күтәрелгән дәғүәләрҙе ҡараныҡ. Был дәғүәләр башлыса нигеҙле тип танылғайны. Тикшереүҙәр башланғанға тиклем объектты төҙөү буйынса бөтә эштәр туҡтатылғайны.

Тикшереү үткәреп һәм уның һөҙөмтәләре тураһында Рәсәй Федерацияһы Президентына хәбәр иткәндән һуң, беҙ тейешле бойороҡ алдыҡ һәм хәҙер уны үтәйбеҙ. Ул, техник-иҡтисади дәлилләнгән проекттан, проектҡа дәүләт эскпертизаһынан һәм экологик экспертизаларҙан башлап махсус документтар әҙерләүҙе талап итә. Бөтә күрһәтелгән саралар комплексын үтәгәндән һуң ғына эштәр башланыуы тураһында ҡарар ҡабул ителеүе ихтимал.

Минең бойороҡ менән махсус эшсе төркөм ойошторолдо, уға аппарат хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәре инде. Был төркөм Дәүләт башлығы йөкләмәләрен үтәү буйынса бөтә мәсьәләләрҙе тулыһынса контролдә тотасаҡ.

Бөгөн «Кроношпан» төҙөлөшө тирәләй айырым сәйәсмәндәр тарафынан ҡоролған ажиотаж бөтөнләй нигеҙһеҙ. Бөтә ҡарарҙар ҡабул ителгән, улар мотлаҡ үтәләсәк.

Булмаған проблеманы ҙурайтыу һәм республика власының эшен юҡҡа сығарырға маташыуҙар, ошоноң менән милли республиканың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса эштәрҙең күренеп торған ыңғай һөҙөмтәләрен шик аҫтына ҡуйыу, ысынлап та кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Быға юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Әгәр кешеләргә ярҙам итеү теләге бар икән, бының өсөн кәм тигәндә, республикаға килеп һәм урында ысынбарлыҡта нимәләр булыуын билдәләргә кәрәк. Ә әгәр кеше ихтыяждарын иҫәпкә алмай, «яңғырауыҡлы» белдереүҙәр яһап, осһоҙ сәйәси дивидендтар алыу теләге генә булһа, был яуапһыҙлыҡ һәм бик хәүефле».