5 декабрь, Дүшәмбе

14 ноябрь 2013 йыл, 12:04

Республикала йыйып алынған көнбағыш орлоғо 213 мең тоннаға етте

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда көнбағыш сәсеүлектәренең 172 мең гектарынан уңыш йыйып алынған, йәғни планлаштырылған күләмдең 81 проценты. Тулыһынса һуғыуҙы Архангел, Баҡалы, Дыуан, Иглин, Нуриман һәм Яңауыл райондары хужалыҡтары тамамлаған.

Гектарынан уртаса 12,4 центнер уңыш алып, республикала 213 мең тонна майлы орлоҡ һуғып алынған.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, быйыл майлы культураны урып һуғыу һәм уңыш алыу буйынса лидерҙар — Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондары. Бында бер гектарҙан 19 центнерҙан ашыу уңыш алғандар. Бөгөнгө көнгә был райондарҙың һәр береһендә 20 мең тоннанан ашыу көнбағыш орлоғо урып һуғылған.