5 декабрь, Дүшәмбе

14 ноябрь 2013 йыл, 12:00

Төбәктә миллионерҙар һаны артты

автор: Сергей Захаров

Башҡортостанда миллионерҙар һаны 31-гә артты. Федераль һалым хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылдың 9 айында 10 миллион һумдан ашыу килем күрһәткән (сығымдарҙы иҫәпкә алмайынса) 453 һалым түләүсе физик шәхестәрҙең 2012 йылдағы килеменә һалым буйынса декларациялар тапшырған. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда бындай һалым түләүселәр һаны 31 кешегә йәғни 7 процентҡа артҡан. 269 һалым түләүсе эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән ҙур табыш алған, 184-е – ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән операцияларҙан, мөлкәтен һәм устав капиталындағы өлөшөн һатыуҙан, шулай уҡ дивидендтар һәм отош формаһында килем алған.