11 декабрь, Йәкшәмбе

13 ноябрь 2013 йыл, 17:51

Баш ҡалала төҙөлөш тармағы өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә 14 ноябрҙә төҙөлөш ойошмаларының вакансиялар йәрминкәһе уҙасаҡ. Мәшғүллек үҙәге – йәштәр хеҙмәт биржаһында «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә үтәсәк йәрминкәлә ҡатнашырға 25 эш биреүсе теләк белдергән. Эш эҙләүселәргә 400 тирәһе эш урыны тәҡдим итәсәктәр.

Тәҡдим ителгән вакансиялар иҫәбендә – прораб, мастер, участка начальнигы, смета төҙөүсе, бухгалтер, менеджер, шулай уҡ эшсе һөнәре белгестәре.

Бынан тыш, йәрминкә сиктәрендә Мәскәү «155-се төҙөлөш идаралығы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Skype-әңгәмәләшеү үтәсәк. Предприятиеға арматурасылар, тимер-бетон конструкцияларҙы монтажлаусылар, ярҙамсы эшселәр, стропальщиктар, водителдәр, электрогазосварщиктар, электросварщиктар һәм штукатур-малярҙар талап ителә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мәшғүллек үҙәге бөтә хеҙмәттәрҙе бушлай тәьмин итә.

Йәрминкә Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары 47/1 адресы буйынса сәғәт 10-дан 12-гә тиклем үткәрелә.