11 декабрь, Йәкшәмбе

13 ноябрь 2013 йыл, 17:48

Башҡортостанда 10 мең самаһы универсаль электрон карта эшләнгән

автор: Эльвира Латипова

Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда универсаль электрон карта алыуға 12,5 мең ғариза теркәлгән. 10 меңдән ашыу карта эшләнгән, шул иҫәптән 4 меңдән күберәге тапшырылған.

Йома, 8 ноябрҙә, универсаль электрон карта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа бирелде. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Башҡортостан социаль карталар регистры» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хәбәр итте.

Универсаль электрон картаны алып Рөстәм Хәмитов, универсаль электрон карта, беренсе сиратта, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе асыҡ һәм аңлайышлы итергә тейеш, тип билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, универсаль электрон карталарҙы ҡабул итеү һәм хеҙмәтләндереү инфраструктураһын үҫтерергә кәрәк, сөнки улар киләсәктә яңы быуын электрон паспорты менән эш итеүҙе тәьмин итә аласаҡ.

Универсаль электрон карта дәүләт хеҙмәттәренә махсус инфоматтар, gosuslugi.ru һәм pgu.bashkortostan.ru порталдары йәки күп функциялы үҙәктәр аша үҙаллы инеү мөмкинлеге бирә. Универсаль электрон карта яңы өлгөләге медицина полисы сифатында, мотлаҡ пенсия страховкаһы таныҡлығы, банк, транспорт һәм дисконт картаһы кеүек ҡулланыла аласаҡ.